“Әйҙә, сәй эсеп алығыҙ!” йәки мәҙәниәтле халыҡ28-05-2014, 13:24 / Баш һүҙ

“Әйҙә, сәй эсеп алығыҙ!”
йәки мәҙәниәтле халыҡ


Мәҙәниәт өс өлөштән тора: рухи байлыҡ,ҡылыҡ-фиғыл,ижад.Һүҙебеҙ ҡылыҡ-фиғыл хаҡында. Сөнки, һәр кем белә: ҡылыҡ – әхлаҡҡа һәм әҙәпкә бүленә.
“Рэмбо-1” киноһында Вьетнам һуғышы ветераны хеҙмәттәшен эҙләп бер ауылға килә. Ул ике йыл элек мәрхүм булды, ти хеҙмәттәше ҡатыны. Ҡайғыға тарыған Рэмбо килгән юлына борола. Ҡатын өндәшмәй тороп ҡала. Өшөгән, асыҡҡан һуғыш ветераны бәләкәй ҡалаға юлыға, үҙәк ялғамаҡсы итә. Тик осраған шериф Рэмбоны хәйерсе тип, ҡаланан ҡыуа. Тегенеһе китмәй. Шериф уны ҡулға ала. Рэмбо ҡаса, тауға йәшенә. Рэмбоны тотоу өсөн резерв һалдаттарҙы саҡыралар. Вьетнам ветераны һәм полиция араһында һуғыш башлана...

–Бөтә был эштә теге ҡатын ғәйепле, - ти хәләл ефетем Хәмдиә.

Башҡорт театр студияһы кәрәкме?28-05-2014, 12:56 / Мин былай уйлайым

Башҡорт театр студияһы кәрәкме?

Шундай бер ғибрәтле көләмәс бар. Хужа Насретдин, өйөнә ҡайтып барышлай, юлда ат дағаһы табып алған, ти. Эй шатланып киткән ул. “Тағы ла шундай өс даға табырға һәм берәй ишәк һатып алырға ғына ҡалды. Шунан һуң йәйәүләп йөрөмәм”, – ти икән. Бына шулай юлда тыбылған бер дағаға ла ҡыуана белеү – бәхеткә юлдың башылыр ул.

Кеше ғүмеренең иң сағыу, иң ҡатмарлы, тормош ҡанундарына төшөнә башлаған бер осоро ул – бала саҡ, мәктәп йылдары. Бар хәсрәттәр ҙә тауҙай күтәргеһеҙ, бар шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа Ҡояштай ҡайнар булып тойолған мөғжизәле осор. Бына шуның шаһиты булырға тура килде миңә.

Һәләтлеләр ере – Ҡыҙыл буйы28-05-2014, 09:49 / 2014– мәҙәниәт йылы, Мәҙәниәт, Үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә, Халҡым ынйылары, Һүнмәһен ауыл мәҙәниәте

Һәләтлеләр ере – Ҡыҙыл буйы

Һәләтлеләр ере – Ҡыҙыл буйы
Әбйәлил таланттарға бай төбәк һанала.

– Беҙ үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайбыҙ, башҡа райондарға ла йөрөп концерт ҡуябыҙ. Беҙ уларҙан, улар беҙҙән нимәгәлер өйрәнеп ҡала. Бындай алмаш сығыштарҙың файҙаһы ҙур, – ти Гөлшат Зиннәт ҡыҙы.

Көнбайыш илдәренә сәйәхәттән ҡатҡас, Гөлшат Зиннәт ҡыҙы шул яҡтағы ҡыҙыҡлы тәжрибәләрҙе тыуған яҡтарҙа нисек итеп тормошҡа ашырырға икән тип уйлана.
– Ни өсөн беҙҙә “милли идея” тигән йүнәлеш үҫешмәй? Швейцария, Австрияла булдым. Беҙҙәге тәбиғәт хатта ундағынан да гүзәлерәк, әммә беҙ шуның ҡәҙерен белмәйбеҙ. Тәртип, мәҙәнилек – урамдағы, йорттағы таҙалыҡ, булғанды ҡәҙерләүҙән килә бит. Унда мине шул хайран итте – ябай халыҡ күңелендә үҙ ере, иле өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо йөрөтә. Милли байрамдарына күбеһе тик үҙҙәренең милли кейемен кейеп киләләр.

Тағы ла бик фәһемле фекерҙәре менән уртаҡлашты ул. Мәҫәлән, ауыл мәҙәниәт йорто – мәҙәниәт үҙәге. Шуға ла ул ишек алды, тупһанан башлап, һәр бер стенд, күргәҙмәгә ҡәҙәре һоҡланғыс, төҙөк булырға тейеш. Европа аулыдарында ауыл халҡы үҙ ҡулдары менән йылғаларҙың ярҙарын таш менән нығытҡан. Һәр йорт янында сәскәләр…
Сәскәләр, тигәндән, Гөлшат Зиннәт ҡыҙы район мәҙәниәт йорто янындағы “100 рауза баҡсаһы” тураһында ла һөйләне. Йыл һайын яҡшылап тәрбиәләп торалар. Ҡайһы берәүҙәр раузаларҙың оҡшағандарын үҙҙәренең баҡсаһында ла үҫтерә башлағандар. Әйткәндәй, Асҡарҙа йыл һайын көҙгө уңыш йыйыу мәлендә район сәскә байрамы уҙғарыла килә...

Конкурс “Һүнмәһен ауыл мәҙәниәте”19-05-2014, 11:02 / Һүнмәһен ауыл мәҙәниәте

Конкурс “Һүнмәһен ауыл мәҙәниәте” на одноактные пьесы
и малые жанры драматургии
(монологи, скетчы)


1. Общие положения.

Цель данного конкурса – расширение авторского актива издания, стимулирование творческой деятельности драматургов, пополнение репертуара творческих коллективов: народных театров, художественной самодеятельности, драматических кружков новыми произведениями, практическая помощь организаторам мероприятий.

2. Организаторы конкурса – КП РБ Редакция журнала «ТАМАША», Республиканский центр народного творчества Республики Башкортостан.

Конкурс “Гөрлә, мәктәбем!”19-05-2014, 10:38 / Гөрлә, мәктәбем!

1. Общие положения.

Цель данного конкурса – расширение авторского актива, стимулирование деятельности сценаристов, пополнение репертуара творческих коллективов: народных театров, художественной самодеятельности, драматических кружков новыми образцами сценариев и драматических произведений.

2. Организаторы конкурса – КП РБ Редакция журнала «ТАМАША», Министерство народного образования РБ.

Журналдың яңы һаны





Беҙҙең дуҫтар